Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Стандартная версия
Суббота, 16.12.2017, 02:34
Приветствую Вас Гость | RSS

Сайт учительницы начальных классов
Суфияновой Дилары Маратовны

Версия для слабовидящих
Меню сайта
Категории раздела
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 35
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог файлов

Главная » Файлы » Мои файлы

Мәҡәлдәр
10.03.2016, 15:46

1.            Ялҡаулыҡтан ауырырһың, тырышлыҡтан һауығырһың.

2.            Иренһәң-ауырырһың, тырышһаң - һауығырһың.

3.            Батыр тапһа - уртаҡ бүлә,ҡурҡаҡ тапһа - ашап бүлә.

4.            Ҡурҡаҡты күп ҡыуһаң, батырға әйләнә.

5.            Оло килен ҡатаһы кесе киленгә ярамай.

6.            Һимеҙ тән - арыҡ йән.

1.            Ҡараңғыла ҡалтырағансы, яҡтыла ялтыра.

2.            Яҡтыла яҡты күренмәҫ, ҡараңғыла сатҡы ла күренер.

1.            Төндө көнгә ауҙарма.

2.            Көндөң күҙе бар, төндөң ҡолағы бар.

3.            Көндөҙ йөрөһәң, кеше күрә, төндә йөрөһәң, эт өрә.

4.            Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.

5.            Төнгө эштән көндөҙгө эш көлгән.

6.            Яҙын аҙыҡһыҙ, көҙөн кейемһеҙ юлға сыҡма.

7.            Яҙын бесән сапмайҙар, көҙөн кәбән өймәйҙәр.

8.            Яҙ менән көҙгә ышанма.

1.            Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал.

2.            Ғәҙелһеҙлек алға сыҡҡанда, дөрөҫлөк артҡа сигә.

3.            Асыу алдан йөрөр, аҡыл арттан йөрөр.

4.            Уҫал кеше аҫтан киҫә, өҫтән ямай.

5.            Алыҫтың яҡыны бар.

6.            Алыҫтағы ауҙы күргәнсе, яҡындағы яуҙы күр.

7.            Алыҫ менән яҡынды юртҡан белер.

1.            Аҙ ашаған май ашар, күп ашаған лай ашар.

2.            Аҙ белмәгән күп тә белмәҫ.

3.            Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең.

4.            Ҡара тауыҡ та аҡ күкәй һала.

5.            Аҡта ҡара юҡ, ҡараға сара юҡ.

6.            Эттең ағы ни ҙә, ҡараһы ни!

7.            Аҡ кеше-саҡ кеше, ҡара кеше-ныҡ кеше.

8.            Кем менән ҡара булғанһың, шуның менән аҡ бул.

9.            Малды һатыу еңел, табыуы ауыр.

10.          Мөхәббәтте юғалтыу еңел, ҡайтарыу ауыр.

1.            Асыу - ағыу, үткәрһәң - дарыу.

2.            Аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын.

3.            Туҡлыҡ яраштыра, аслыҡ талаштыра.

4.            Байҙың татлы ашы - фәҡирҙең ҡанлы йәше.

5.            Байлыҡ айырыр, фәҡирлек ҡушыр.

6.            Бәхетһеҙлектән ҡурҡҡан бәхет күрмәҫ.

7.            Дуҫ үпкәләһә, дошман кинәнер.

1.            Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуа.

2.            Алйот дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ.

3.            Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.

4.            Һимеҙ тән - арыҡ йән.

5.            Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек.

6.            Яҡшы ялғандан яман дөрөҫлөк яҡшы.

7.            Һаран байҙан йомарт ярлы яҡшы.

1.            Үҙ малын аҙһынған, кеше малын күпһенгән үҙ малына эйә булмаҫ.

2.            Уттан алды, һыуға һалды.

3.            Башлай белһәң, бөтөрә бел, ала белһәң, килтерә бел.

4.            Яҡшы ниәт кешене төҙәтә, яманы - боҙа.

5.            Икмәкте хурлама, ҙурла.

6.            Тана һыйыр сыҡмай, оло һыйыр инмәй.

7.            Дан килә, күтәрә белмәһәң - китә лә белә.

1.            Аҙ һөйлә, күп тыңла.

2.            Алдыңа бер ҡара, артыңа биш ҡара.

3.            Ғәҙелһеҙлек алға сыҡҡанда, дөрөҫлөк артҡа сигә.

4.            Алыҫта булһа-яҡындыр, яҡында булһа- ялҡындыр.

5.            Бурыс биреү анһат, алыу ҡыйын.

6.            Бәлә баш өҫтөндә, ҡаза - ҡаш аҫтында.

7.            Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ.

Категория: Мои файлы | Добавил: yadilar2016
Просмотров: 168 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск

Сайт учительницы начальных классов Суфияновой Дилары Маратовны © 2017
uCoz