Пятница, 29.03.2024, 05:14
Приветствую Вас Гость | RSS

Сайт учительницы начальных классов
Суфияновой Дилары Маратовны

Версия для слабовидящих
Меню сайта
Категории раздела
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 56
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог файлов

Главная » Файлы » Мои файлы

Выступление Суфиянова Руслана на НПК
04.02.2016, 08:18

 

1730-сы йылда Эске-Йылан ырыуы Ҡушманаҡ ауылынан башҡорт Ҡоҙаш Кашбердиндың улдары Самау менән Тауҡай үҙҙәренең ерҙәренә яһаҡ татарҙарын кертәләр. Шунан Ҡоҙаш ауылы барлыҡҡа килә.

Шәжәрәне төҙөгәнсе мин Әнүәр Әсфәндийәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабын ентекләп өйрәндем. Олатайым, уның ағалары миңә беҙҙең нәҫел тураһында бик күп һөйләнеләр. Шунан инде беҙ әсәйем менән район архивына юнәлдек. Унда беҙгә электрон вариантта “Ревизские сказки” материалдары бирҙеләр. Бик оҙаҡ эҙләнә торғас, беҙ бик кирәкле мәғлүмәттәр таптыҡ. Вәлит Солтанбәков башҡорт булған, 1795-се йылда башҡорттар тураһында мәғлүмәт юк, Ҡоҙаш ауылында йәшәгән типтәрҙәр тураһында ғына. (1-се ҡушымта).

 Ә 1816, 1834, 1859-сы йылдарҙағы яҙмалар бар. Олатайҙарымдың тыуған йылдары ошо архив материалдарынан алынған.

         Солтанбәктең улы – Вәлит. Ул – башҡорт, 1752 – 1826-сы йылдарҙа йәшәгән. Уның тамғаһы ошондай булған        Был турала Әсфәндийәров китабында ла, “Ревизские сказки”ла ла яҙылған. (3-сө кушымта)

         Вәлиттең улы – Сәйфетдин. Ул 1793 – 1860-сы йылдарҙа йәшәгән. Уның беренсе ҡатыны Хөснибикә. Был 1816-сы йылғы мәғлүмәттәрҙә күренә (2-се ҡушымта). Ә икенсе ҡатыны Фәйрүҙә Ғәлиуллина (1834-се йылғы документта яҙылған).  Был ваҡытта уның тағы бер ҡатыны булған. Ул Бибихәйәт Сабитова (3-сө ҡушымта).

         Уның улдары – Шәрәфетдин, Балағутдин, Ноғоман, Суфиян (1851 – 1920-се йылдарҙа йәшәгән)  (3-сө ҡушымта). Суфияндың өлкән улы Суфияр (1885-1966), (4-се ҡушымтала уның ниҡах яҙыуы),  уның улы Малик – минең олатайым (1943-се йылдың 1 августында тыуған, бөгөнгө көндә Ҡоҙаш ауылында йәшәй), (5-се ҡушымтала уның йәш яҙыуы),   ( уның улы – минең атайым Ринат ( 1973 йылдың 19 февралендә тыуған), (6-сы ҡушымтала уның йәш яҙыуы),   уның улдары – ағайым Роберт 1995 йылда тыуған) һәм мин – Руслан (2000-се йылдың 29 мартында донъяға килгәнмен) (7-се ҡушымта)

         Әнүәр Әсфәндийәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабынан мин ошондай мәғлүмәттәр алдым:

«Д. Кудашево возникла между 1730 и 1734 гг. как выселок из д.Кушманаково. На такой вывод наталкивает следующий момент. В 1696 г. башкир Кудаш Кашпердин (Кушбердин) и его брат Киле из д. Кушманаково Эске-Еланской волости припустили в свою деревню ясачного татарина Тойгузю Толубаева из д. Кангильдино («Алтыбаево тож»).

В 1730 г. жители Кушманакова сыновья Кудаша - Самау и Таукай Кудашевы вместе с вотчинником д. Кузбаево припустили на свою землю ясачных татар «из оброку в год по два рубля». Последние обосновались в д. Каратамак («Кангильдино тож»). С 1735 г. по указу Уфимской канцелярии и «допуску» башкир в д. Кудашево проживали тептяри, припущенные как бобыли (Бекес Ишкинин, Байтимер и Шарип Бекеевы, Абдулкарим Биктимеров, Сулейман Юлдашев, Сайт Сулейманов, Усман Иштуганов, Усей Тогаев, Ахмер и Юмаш Усеевы, Исембет Тушуков, Иткин Силяев, Мурат, Амир, Усман, Абдес Иткинины).

Рост численности населения происходил следующим образом. В 1795 г. здесь было 63 тептяря обоего пола из ясачных татар (по башкирам нет сведений); в 1816 г. - 184 башкира, 120 тептярей; в 1834 г. - 276 башкир, 150 тептярей; в 1859 г. - 353 башкира, 205 тептярей; в 1920 г. - 1068 башкир и татар. Домов было 216. В 1816 г. тептяри составляли 39; в 1834 г. - 34,4; в 1859 г. - 36,3 проц. всех жителей деревни. Столько же было их и в 1920 г.

Статистические сведения о хозяйстве касаются башкир (по тептярям такой материал еще не обнаружен). В 1842 г. они сеяли по 4,3 пуда озимого и по 3, 3 пуда ярового хлеба на каждого из 276 башкир. Тогда же на 56 дворов приходилось 112 лошадей, 195 коров, 200 овец, 100 коз. Пчеловоды имели 50 ульев, 100 бортей. В деревне была мечеть.

К 1839 г. из оставшихся в живых участников Отечественной войны 1812 г. в деревне проживали урядник Ибрагим Биктимеров сын Шамеев, 50 лет, воин 5-го башкирского полка, взявшего Париж, имел 2 серебряные медали «За взятие Парижа 19 марта 1814 г.», «В память войны 1812 г.» (его сыновья: Багрям, Мухаметхабил, Мухаметлатифи), а также урядник Сайфутдин Валитов сын Султанбеков, 49 лет, воин 10-го башкирского полка, имеющий серебряную медаль «В память войны 1812 г.» (его сын Шарафутдин). Оба эти воина после войны по 4 раза побывали на службе по охране Оренбургской пограничной линии. Хисматулла Султанмуратов сын Шамеев в свои 55 лет успел отслужить 6 раз кордонную службу в Верхнеуральской крепости (1804 г.), в Илецкой Защите (1807 г.), в Оренбурге (1816 г.), в Губерлинской крепости (1821 г.), в Орской крепости (1825 г.), Ильинской крепости (1827 г.)»

Ошонан сығып мин олатайымдың олатаһының атаһы, йәғни алтынсы быуын олатайым Сәйфетдиндең 1812-се йылда булған Ватан һуғышында ҡатнашыуын, 10-сы башҡорт полкы һуғышсыһы булуын һәм көмөш миҙал менән бүләкләнеүен белдем. Сәйфетдиндең улы Суфиян, минең фамилиям уның исеменән килеп сыҡҡан. Мин был фамилияны ғорурланып йөрөтәм!

Ә хәҙер мин һеҙҙе ҡыҙыҡлы һандар менән таныштырып үтәм.

         Ҡоҙаш мәктәбендә 50 уҡыусы. Шуның 25-һе Вәлит оноҡтары булып сыға. Балалар баҡсаһында 5 бала. Ә Борай мәктәптәрендә ошо нәҫелдән 10 уҡыусы уҡый (8-се ҡушымтала фотоһүрәт)

Шулай итеп Ҡоҙаш ауылында Ватан һуғышында ҡатнашҡан Сәйфетдин Вәлит улы Солтанбәковтың оноҡ оносҡалары бик күп булып сыға.

         Элек-электән башҡорттар бал ҡорттары тотҡандар. Шәжәрәләге 22 ғаилә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Минең олатайым 70 йәшлек Малик Суфиянов 60 баш ҡорт тота.  Уны бөтә ғаилә менән ҡарайҙар. Мин дә атайым һәм әсәйем менән 10 баш ҡорт ҡарайбыҙ. Ә Зөлфәт ағайым ҡорт баҡсала эшләй. Унда ла 100-гә яҡын умарта бар. 12 ғаилә кәбеҫтә үҫтереү менән шөғөлләнә, ашлык үҫтереүсе фермерҙар – 5. Беҙҙең ҙур өләсәйебеҙгә 83 йәш. Уның 7 балаһы, 45 оноҡ-оносҡалары бар.

         Беҙҙең шәжәрәлә бөтәһе меңдән артыҡ кеше бар. Вәлит оноҡтары араһында 7 Ринат, 6 Булат, 6 Илдар, 5 Наиль, 5 Руслан бар, шуларҙың өсөһө Суфиянов Руслан.

         Беҙҙең шәжәрә көндән-көн үҫә. Ошо көндәрҙә генә 4 бәпес булырға тора.

Категория: Мои файлы | Добавил: yadilar2016
Просмотров: 928 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск

Сайт учительницы начальных классов Суфияновой Дилары Маратовны © 2024
uCoz